Меню
16+

Муниципальный район Калтасинский район

09.11.2017 10:04 Четверг
Категория:
Если Вы заметили ошибку в тексте, выделите необходимый фрагмент и нажмите Ctrl Enter. Заранее благодарны!

Уларҙың эшен халыҡ баһалай

Автор: Розалия МӨҘӘРИСОВА

Була ла инде һәр яҡлап килгән кешеләр. Тормош бүләгеме был, әллә тырышлыҡ һөҙөмтәһеме? Ҡалтасы районы халҡы үҙ кешебеҙ ул, тип ғорурланып әйтерлек, һәр кем һоҡланырлыҡ һәм өлгө алырлыҡ кешеләрҙең береһе Азат Ғабдрахманов – тап һөнәрен камил белгән, көслө һәм тырыштарҙан.

Бүздәк районында тыуып үҫкән егет Мәскәү техник универси­тетының Өфө ҡалаһындағы филиалын тамамлай. Студент саҡта уҡ уны “Башбыттехника” ойошмаһына эшкә алалар. Уҡыуын ситтән тороп тамамлаған эшсән егет әрме сафына алына, унан һуң һөнәре буйынса эшен дауам итә. Бер нисә йылдан яҡшы белгесте Ҡалтасы районының көнкүреш хеҙмәте күрһәтеү производство идаралы­ғының рәйесе итеп тәғәйенләйҙәр, унан һуң тағы ла юғарыраҡ һәм шул уҡ ваҡытта оло яуаплылыҡ талап иткән вазифалар... Оҙаҡ йылдар райондың “Нур” муниципаль идара предприятиеһы директоры булған Азат Ғабдрахманов “Нур-плюс” асыҡ йәмғиәт берекмәһе, йәғни электр энергияһын тапшырыу йүнәлешендә шәхси эшен аса.

– Электр селтәрҙәрен ремонтлау, янғын сигнализацияһын монтажлау һәм башҡа хеҙмәт төрҙәре күрһәтәбеҙ. Ҡырҡ кешенән торған коллектив берҙәм, һәр береһе үҙ йүнәлешендә башҡарған хеҙмәттәренә яуап­лы ҡарай. Беҙгә килгәндәргә һәр саҡ ярҙам итергә тырышабыҙ, кәрәк саҡта матди яҡтан да дәртләндерәбеҙ, шул уҡ ваҡытта йәш белгестәрҙең тәжрибә тупларға, эшләргә тырышыуын хуплайбыҙ. Яңыраҡ, мәҫәлән, предприятиеға электрик булып өс йәш егет урынлашты. Йәштәр, шулай уҡ башҡа хеҙмәткәрҙәр ҙә тәмәке тартмай – шуныһы яҡшы. Үҙебеҙ ҙә һәр йәһәттән өлгө күрһәтергә тырышабыҙ. Мин үҙем сәләмәт тормош яҡлымын, эсмәйем, тартмайым, иртәле-кисле даими йүгереү менән шөғөлләнәм. Ҡатыным менән ҡыҙ һәм ул үҫтерҙек, хәҙер инде бәхетле өләсәй һәм олатайбыҙ.

Әйткәндәй, Азат Ғабдрахмановтың улы үҙҙәренең икенсе йүнәлештәге шәхси предприятиеһында – Нефтекама ҡала­һындағы “Ғаилә стоматологияһы үҙәге”ндә эшләй. Ҡыҙҙары иһә – баш ҡалалағы кардиоүҙәктәрҙең береһендә табип. Балалары һөнәрле. Ысынлап та, тырыштар, уйлап-аңлап, маҡсат ҡуйып эш иткәндәр тормошта үҙ юлын таба. Шулай уҡ тағы бер йүнәлештә алып барған эштәре – Ҡалтасы ауылындағы “Һабантуй” кафеһы. Унда ауыл халҡы, ситтән килгән ҡунаҡтар өсөн заманса уңайлы шарттар булдырылған. Кафеның үҙендә ҡунаҡхана ла бар.

Азат Ғабдрахмановты район халҡы ихтирам итә. Ҡалтасы районы советы депутаты, “Берҙәм Рәсәй” партияһының урындағы бүлегендә секретарь урынбаҫары вазифаһын да оло яуаплылыҡ менән башҡара ул. Халыҡты ла, йәштәрҙе лә, мәктәп уҡыусыларын да үҙ иғтибарынан ситтә ҡалдырмай. Түбәнге Ҡасмаш ауылы мәктәбенең йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнашҡан, юғары уңыштарға өлгәшкән һәм яҡшы уҡыған балаларҙы йылына ике тапҡыр стипендия менән дә тәьмин итә ул. 2016 –2017 йылдарҙа, мәҫәлән, депутат ҡулынан 38 уҡыусы стипендия алыу бәхетенә өлгәшкән. Шулай уҡ ошо уҡ ауылдың мәҙәниәт йорто ла бағыусының ярҙамында төҙөклән­дерелгән.

Хәҙер күркәм мәҙәниәт йортондағы төрлө түңәрәктәрҙә өлкәндәр ҙә, йәштәр ҙә, ветерандар ҙа шатланып-кинәнеп шөғөлләнә. Йәйгеһен Ҡалтасы районында үткән төбәк-ара бейеү фестиваленә мари милли кейем­дәрен тектереп алыуҙа Азат Ғабдрахма­новтың өлөшө ҙур.

Былтыр иһә райондың Кәкүш ауылында мәктәп автобустары өсөн туҡталҡа эшләү идеяһын да райондың хәстәрлекле депутаты күтәреп сыға һәм матди йәһәттән тәьмин итә. “Минең халҡым – минең байлығым”, “Ший кандра” кеүек ауыл, мәктәп һәм район кимәлендәге мәҙәни сараларҙы үткәреүҙә лә матди ярҙамдың булыуы мөһим. Был йәһәттән Азат Ғәлләметдин улы кеүек тәжрибәле белгес, яуаплы етәксе, халыҡты хәстәрләгән мәрхәмәтле кешеләрҙең булыуы күңелдә һоҡланыу, рәхмәт тойғоһо уята. Изге эште халыҡ баһалай бит ул. Азат Ғабдрахмановтың игелек-хәстәрҙәре лә үҙенә рәхмәт һүҙҙәре, ихтирам булып ҡайта.

Добавить комментарий

Добавлять комментарии могут только зарегистрированные и авторизованные пользователи. Комментарий появится после проверки администратором сайта.

46