07.07.2014 09:20 Понедельник
Категория:
Если Вы заметили ошибку в тексте, выделите необходимый фрагмент и нажмите Ctrl Enter. Заранее благодарны!

Яҙмыш ҡушыуы

Ҡыҙыл йондоҙ һәм “Был йортта Бөйөк Ватан һуғышы ветераны йәшәй” тигән яҙыу беркетелгән ҡапҡаны асып инеү менән үҙенсәлекле донъяға сумаһың: өйгә илткән һуҡмаҡтың ике яғында — сәскә түтәлдәре, йәшел үлән менән ҡапланған ихатала тиҫтәнән ашыу умарта.

Йорт хужаһы — туғыҙынсы тиҫтәһен теүәлләп киле­үенә ҡарамаҫтан, аяҡтарында ныҡлы баҫып йөрө­гән Алексей Данилович — ишек алдында көтөп тора ине. Умарталарға ҡыҙыҡһынып ҡарағанды шәй­ләгәс:
— Элегерәк ҡырҡ күстән арта ине, йәйҙәрен уларҙы биш-алты саҡрымдағы урманға алып сыға торғайным, умарталарҙы бөгөн бигүк булдырып булмай шул, — тип һаулығына аҙыраҡ зарланып алды ла өйөнә саҡырҙы.
Сағыу сәскәләргә күмелгән йортта хужабикә Любовь Михайловна асыҡ йөҙ менән ҡаршы алды. Өсәүләп ултырып, Фарафоновтарҙың хәтер йомғағын тараттыҡ һәм уларҙың йәшлегенә сәфәр ҡылдыҡ.
— Борай районының Ҡаҙырыҡ ауылында 1927 йылдың мартында тыуғанмын, — тип һүҙ башланы Алексей Данилович. – Хәрби хеҙмәткә 1944 йылдың ноябрендә алындым. Тиңдәштәрем һәм беҙҙән бер йәшкә олораҡтар менән һуңғы хәрби саҡырыуға эләктем. Был турала аҙаҡтан ғына белдек, әлбиттә. Ул саҡта “Барыһы ла фронт өсөн, барыһы ла еңеү өсөн!” тип йәшәй, аслы-туҡлы булған хәлдә лә колхозда тырышып эшләй инек. Шулай ҙа һәр ир-егет дошманды дөмөктөрөүҙә ҡатнашыу өсөн һуғышҡа ынтылды.
Улар араһында Алексей Фарафонов та була.
— Повестка алған туғыҙ йәштәшем менән Борайҙан йөҙ саҡрымдан алыҫтараҡ ятҡан Яңауылға йәйәү киттек, — тип һөйләүен дауам итә ветеран. – Поезда Ырымбур өлкәһендәге лагерҙарға алып барҙылар, унда хәрби эшкә өйрәтә башланылар. Ул арала һуғыш тамамланды. Тейешле әҙерлек алыуға Японияға ҡаршы хәрәкәттәр йәйелдерелде, мин уларҙа артиллерия полкының элемтәсеһе булып ҡатнаштым. Һуғыштан һуң тағы ла алты йыл Алыҫ Көнсығышта хеҙмәт иттем, 1951 йылда ғына тыуған яҡтарға әйләнеп ҡайттым.
Әрмелә иҫәп-хисапты ныҡлы ғына үҙләштергән кисәге һалдат Ҡалтасы урман хужалығына бухгалтер булып урынлаша һәм ошо вазифала 1987 йылда хаҡлы ялға киткәнсе эшләй. Бурыстарын намыҫ менән башҡара, бихисап маҡтауҙарға лайыҡ була. Буш ваҡытында һунарға йөрөй, бал ҡорттары үрсетә.
— Был татлы ризыҡты йыл һайын ике тиҫтәнән ашыу феләк әҙерләй инем заманында, — тип хәтерләй икенсе һөнәренең бар нескәлектәренә үҙаллы төшөнгән умартасы.
Илленсе йылдар аҙағында район үҙәге Ҡалтасыға күсеп йәшәй башлағас та был шөғөлөн ташламай Алексей Данилович. Әле бал ҡорттарын ҡарарға улы Сергей ярҙамлаша.
Беҙ һөйләшеп ултырған арала сәй әҙерләргә өлгөргән Любовь Михайловна үҙҙәренең балынан ауыҙ итергә саҡырҙы.
— Беҙҙәге бал, ысынлап та, татлы шул, — тип һүҙгә ҡушылды ҡунаҡсыл хужабикә сәй эскәндә. – “Беҙҙәге” тип юҡҡа әйтмәйем, Башҡортостанға тулы­һын­са ереккәнмен инде. Краснодар крайында тыуып үҫеп, бынан илле биш йыл элек Ҡалтасыға килгәй­нем, ғүмерлеккә тороп ҡалдым. Бер ҙә үкенмәйем. Бәхетем бында булған икән. Һөйгәнемде осраттым, ғаилә ҡорҙоҡ, ҡыҙ һәм улыбыҙ инде үҙҙәре урта йәштәрҙе үтеп бара, ейән-ейәнсәрҙәр һөйөндөрә.
Һуғыш ғәрәсәтен Любовь Михайловна ла үҙ елкәһендә татыған. Уның тыуған Тихорецкий районы фашист илбаҫарҙарынан 1943 йылда азат ителә. Был ваҡытта ҡыҙға алты ғына йәш була.
— Дошмандар ҡыуылғас, асыҡ һауала окоптарҙа йәшәгәнде хәтерләйем, — ти ул был турала. – Һуңыраҡ беҙгә барактан торлаҡ бирҙеләр.
1958 йылда Майкоп ҡалаһындағы урман хужалығы техникумын тамамлаған Любовь юллама менән Башҡортостанға эшкә ебәрелә. Өфөгә килгәс, уны Ҡалтасы урман хужалығына тәғәйенләйҙәр.
— Ҡулыма ошо турала ҡағыҙ тотторҙолар ҙа хужалыҡ контораһы урынлашҡан Сумара ауылына нисек барырға икәнен аңлаттылар һәм хәйерле юл теләнеләр, — тип хәтерләй ул йылдарҙы Любовь Михайловна. — Ағиҙел буйлап теплоходта Андреевкаға тиклем шатланып килдем: тирә-яҡ матурайғандан-матурая, тәбиғәт йәнләнә, тора-бара ылыҫлы урмандар башланды. Ә аҙаҡтан...
Ҡыҙыҡ та, ҡыҙғаныс та була аҙаҡтан. Пристандә төшөп ҡалғас, Ағиҙелдең уң яҡ ярына кәмәлә сығарып ҡуялар. Күрһәтелгән йүнәлештә ат юлы буйлап йәйәү атлай. Үҙенең артабанғы яҙмышына илткән һуҡмаҡҡа ныҡлап аяҡ баҫҡанын белеү генә түгел, күҙ алдына ла килтерә алмай әле ул ваҡытта йәш белгес. Юл буйындағы тәүге ауылға еткәндә һыуһағаны ныҡ һиҙҙерә, һәм ҡыҙ беренсе өйҙөң ишеген ҡаға. Оло йәштәге хужабикә апайға үҙенең ни теләгәнен саҡ аңлата: тегеһе — урыҫса, ә юлсы, әлбиттә, башҡортса ләм-мим.
Шулай ҙа уртаҡ тел табалар. Утыҙ саҡрымдан ашыу араны үтеп, Яңы Хажи ауылында йәшәгән урмансыны барып тапҡанда “Был төпкөлдә нимә юғалтҡанмын һуң?” тигән һорауға яуабы әҙер була бынан бер нисә ай элек кенә ҡала урамдарында йөрөгән ҡыҙҙың. Тамаҡ ялғап алғас, бөтөн батырлығын йыйып, хужанан кире ҡайтыр юлға аҡса һорай. Тегеһе, йәш хеҙмәттәшенең хәлен яҡшы аңлағандыр инде, был мәсьәләне иртәгә ҡалдырырға тәҡдим итеп, ҡунаҡты мунсаға ебәрә, һуңынан урман үләндәре ҡушып бешерелгән сәй һәм хуш еҫле бал менән һыйлай.
Ҡайтып китеү теләге һүрелеп бөтмәһә лә, йәш белгес икенсе көндә үҙ һөнәре буйынса “әҙерәк булһа ла эшләп ҡарарға” ризалаша. Сумара ауылына уны ат арбаһында илтәләр һәм... ул унда ғүмерлеккә ҡала. Бер урын­да утыҙ һигеҙ йыл эшләп, “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған урман хужалығы хеҙмәткәре” тигән маҡтаулы исем алып хаҡлы ялға сыға Любовь Фарафонова.
— Ҡалтасыға килеүем яҙмыш ҡушыуы булғандыр, — ти хеҙмәт ветераны. — Бындағы тормошҡа са­ғыш­тырмаса тиҙ күнектем, Башҡортостанды үҙ иттем, уны икенсе тыуған ерем тип һанайым. Тәүге йылдарҙан уҡ урындағы халыҡтың ғөрөф-ғәҙәттәренә, йолаларына төшөнөргә, телен аңларға ынтылдым. Бергә эшләүселәр менән гел яҡшы мөғәмәләлә булдым. Беҙҙең заман­дарҙа Ҡалтасы урман хужалығы республикала ғына түгел, ил буйынса алдынғы һаналды, тәжрибәбеҙҙе өйрәнергә төрлө яҡтан килделәр.
Ике урмансының ҡыҙы төҙөүсе һөнәрен һайлаһа ла, улдары ата-әсәһе эшен дауам итә: Свердловск (хәҙерге Екатеринбург) ҡалаһында Урман хужалығы академияһын тамамлаған Сергей ике тиҫтә йылдан ашыу Ҡалтасы урман хужалығында эшләй. Бөгөн ул — өлкән лесничий.

Ансар Нуретдинов


Добавить комментарий

Добавлять комментарии могут только зарегистрированные и авторизованные пользователи. Комментарий появится после проверки администратором сайта.

45